АННОВКА, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Анновка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 18 км һәм Аксаков т. юл ст. Т. табан 28 км алыҫлыҡта Дегет й. (Өҫән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 680 кеше; 1920 — 873; 1939 — 770; 1959 — 322; 1989 — 367; 2002 — 333; 2010 — 325 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. башында Бәләбәй өйәҙендә нигеҙ һалына. 1841—42 йй. Тула губ. Георгиевский, Ивановский аа. Д.Е.Бенардакиҙың (ҡара: Бенардакиҙар) алпауыт крәҫтиәндәре килеп урынлаша. 1865 й. 60 йортта 433 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, балта эше м‑н шөғөлләнгәндәр. Май һығыу з‑ды, һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү, сиркәүәхәллә мәктәбе, 3 һыу тирмәне, тимерлек, шарап кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018