МИХАЙЛОВКА, К у з н е ц о в к а, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Зәк-Ишмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 70 км һәм Күмертау т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 61 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 336 кеше; 1959 — 428; 1989 — 252; 2002 — 310; 2010 — 256 кеше. Сыуаштар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Зәк- Ишмәт урта мәктәбе филиалы), фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Мораптал с‑зы ойошторолған ваҡытта совхоздың Михайловка фермаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке