МИХАЙЛОВКА, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ҡармыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 13 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 186 кеше; 1920 — 314; 1939 — 202; 1959 — 152; 1989 — 120; 2002 — 121; 2010 — 89 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға яҡынса 19 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙе терр‑яһында Балбүләк исеме м‑н нигеҙ һалына. 20 б. 20‑се йй. алып Яңы Михайловка булараҡ иҫәпкә алынған, 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә. Д.А.Злыдников ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.