МИХАЙЛОВКА, С а м о с к а к о в о, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Михайловка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 26 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 101 км алыҫлыҡта Менәнде й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 97 кеше; 1939 — 207; 1959 — 171; 1989 — 164; 2002 — 164; 2010 — 117 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер- акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 1873 й. һәм 1896 й. араһында Бәләбәй өйәҙендә Вятка губ. күсеп килеүселәр нигеҙ һала. 1896 й. 13 йортта 75 кеше йәшәгән. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән. 1925 й. 48 йорт иҫәпкә алынған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке