МИХАЙЛОВКА, Ҡ а р а ‑ З и л г ә, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Ивановка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 39 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 95 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 696 кеше; 1920 —1245; 1939 — 872; 1959 — 433; 1989 — 179; 2002 — 157; 2010 — 148 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ивановка урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға Крәҫтиәндәр реформаһынан һуң керҙәшлек килешеүе б‑са Орск өйәҙе Үҫәргән улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Воронеж, Курск, Һамар губерналары күскенселәре һәм элекке Преображенск заводы крәҫтиәндәре Михайлов утары булараҡ нигеҙ һала. 1891 й. 52 йортта 243 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. сиркәү, 2 һыу тирмәне теркәлгән. 20‑се йй. алып хәҙ. статусын, 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә. 

Р.Ғ.Насиров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке