МИХАЙЛОВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Денис а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Мәкәтәүле й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 148 кеше; 1920 — 257; 1939 — 260; 1959 — 88; 1989 — 152; 2002 — 157; 2010 — 140 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, китапхана бар. Ауылға 1892 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Түб. Юрматы (хәҙ. Фёдоровка р‑ны Юрматы а.) башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ өйәҙҙең Романовка һәм Воздвиженка аа. крәҫтиәндәре Михайловка ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 18 йортта 117 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мөгәзәй булған. 20 б. башынан хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке