МИХАЙЛОВКА, Иглин р‑нындағы ауыл, Красный Восход а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 95 км һәм Оло Теләк т. юл ст. Т. табан 22 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 283 кеше; 1939 — 306; 1959 — 78; 1989 — 215; 2002 — 185; 2010 — 211 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана, клуб бар. Ауылға 20 б. башында Өфө өйәҙендә Михайловский ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. Кәрк(н)әзә‑Михайловка исеме м‑н билдәле булған. 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.