МИХАЙЛОВКА, Ҡ ы ҙ ы л ъ я р, Дыуан р‑нындағы ауыл, Михайловка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 25 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 100 км алыҫлыҡта Кошелевка й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2850 кеше; 1920 — 3583; 1939 — 2096; 1959— 875; 1989 — 1064; 2002 — 1019; 2010 — 994 кеше. Урыҫтар, мордвалар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Эрзяночка” мордва халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар. Ауылға Себер даруғаһы Мырҙалар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1762 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡыҙылъяр исеме м‑н мишәрҙәр нигеҙ һала. 1777 й. бында ш. уҡ шарттарҙа мордва дәүләт крәҫтиәндәре килеп ултыра. Шулай уҡ Өлкөндө булараҡ билдәле булған. 1865 й. 130 йортта 1202 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, һыу тирмәне булған. 1906 й. (хәҙ. исемдә) сиркәү (1894 й. төҙөлгән), сиркәү-мәхәллә мәктәбе, сиркәү-уҡытыусылар мәктәбе, земство училищеһы, фельдшер пункты, 3 май һығыу оҫтаханаһы, 5 тимерлек, һыу тирмәне, шарап, 2 мануфактура һәм 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 

Н.И.Черепанова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.