МИХАЙЛОВКА, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Ғафури а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. К.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Ҡыҫҡайылға й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 740 кеше; 1920 — 820; 1939 — 567; 1959 — 294; 1989 — 302; 2002 — 308; 2010 — 296 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ғафури урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар. Ауылға 19 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙендә Ҡазан, Рязань һәм Сембер губ. күскенсе крәҫтиәндәре ҡасаба булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 87 йортта 592 кеше йәшәгән. Игенселек, һөнәрселек кәсебе м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне, мөгәзәй булған. 1906 й. (хәҙ. статуста) ш. уҡ сиркәү‑мәхәллә мәктәбе теркәлгән. А.И.Спивак ошо ауылда тыуған. 

З.М.Цуканова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.