АННОВКА, Балтас р‑нындағы ауыл, Түбәнге Ҡарыш а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 20 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 90 км алыҫлыҡта Ҡарыш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 125 кеше; 1920 — 164; 1939 — 418; 1959 — 265; 1989 — 125; 2002 — 112; 2010 — 71 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 19 б. башында Бөрө өйәҙендә алпауыт Копылов Иҫке Яковлевка исеме м‑н нигеҙ һала, Тамбов губ. крепостной крәҫтиәндәр килеп урынлаша. 1861 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә (Копыловтың ҡыҙы Анна исеменән). 1865 й. 27 йортта 162 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Часовня булған.

Я.Н.Мөниров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке