МИХАЙЛОВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Михайловка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 32 км һәм Аксаков т. юл ст. К. табан 16 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 412 кеше; 1959 — 437; 1989 — 561; 2002 — 1472; 2010 — 1172 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, коррекция мәктәп‑интернаты, 2 балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар. Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бәләбәй кантонында ш. уҡ кантондың Ҡушйылға а. кешеләре ҡасаба булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 35 йорт иҫәпкә алынған. 2005 й. хәҙ. статусын ала. 2006 й. М. Шкапов нефть ятҡылығы эшкәртелеүгә бәйле нигеҙләнгән Яңы Михайловка а. ҡушылған. 

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке