МИХАЙЛОВКА, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Михайловка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнб. табан 50 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 324 кеше; 1939 — 375; 1959 — 268; 1989 — 219; 2002 — 273; 2010 — 267 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 1897 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1908 й.) Стәрлетамаҡ өйәҙе терр‑яһында Бәләбәй өйәҙе Михайловка а. (хәҙ. Бишбүләк р‑ны Шкапов а.) урыҫ күскенселәре нигеҙ һала.

М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке