МИХАЙЛОВ Александр Яковлевич (28.12.1921, Новгород губ. Рудово а. — 10.1. 1984, Өфө), зенитсы, полковник (1965). Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Баҡы зенит артиллерияһы уч‑щеһын (1941), офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын (1957) тамамлаған. 1940 й. алып Совет Армияһында. 1941 й. дек. башлап Ҡырым, Көньяҡ, Воронеж, Ялан һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 7‑се гвардия армияһының 5‑се зенит артиллерия див. 1181‑се зенит артиллерия полкының батарея ком. өлкән лейт. М. 1943 й. окт. Бородаевка а. (Украина ССР‑ы) янындағы Днепр й. буйында барған алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1970) Өфө резина-техник изделиелар з‑дында дир. урынбаҫары булып эшләй. Ленин (1943), Ҡыҙыл Байраҡ, Александр Невский (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, ?,?,?) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Илл.: А.Я.Михайлов

Текст на русском языке