МИХАЙЛОВ Александр Фадеевич [20.4.1925, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Кручинин а. (БР‑ҙың Өфө р‑ны) — 2.1.1944, Украина ССР‑ы Дубовка а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. ғин. алып Воронеж, 1‑се Украина фронттарындахеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө гвардия танк армияһы 9‑сы механизацияланған корпусы 69‑сы механизацияланған бригадаһының 1‑се мотоуҡсылар батальоны пулемётсыһы гвардия рядовойы М. 1943 й. сент.—окт. Букрин плацдармы (Украина ССР‑ы) өсөн алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфө р‑нының Николаевка а. урта мәктәпкә М. исеме бирелгән, Кручининда мәктәп бинаһына һәм ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Портрет: А.Ф.Михайлов

Текст на русском языке