МИТРОФАНОВКА, Дыуан р‑нындағы ауыл, Михайловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 31 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 106 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 627 кеше; 1920 — 594; 1939 — 443; 1959 — 287; 1989 — 220; 2002 — 220; 2010 — 207 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 1879 й. Златоуст өйәҙендә Вятка, Пенза һ.б. губерналарҙан күсеп килеүселәр ер биләүсе А.Г.Бунаковтан һатып алынған ерҙәрҙә Митрофановский ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. Шулай уҡ Ковинский исеме м‑н билдәле булған. 1986 й. 90 йортта 586 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Йөн тетеү һәм 2 май һығыу оҫтаханаһы, 2 тимерлек, мөгәзәй булған. 1906 й. (хәҙ. исемдә) сиркәү-мәхәллә мәктәбе, 3 тимерлек, йөн тетеү һәм 6 май һығыу оҫтаханаһы, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1920 й. хәҙ. статусын ала. Ауыл эргәһендәге Карст һаҙлыҡтары комплексы — тәбиғәт ҡомартҡыһы

Н.И.Черепанова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.