МИТРӘЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Ирсай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 5 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 122 км алыҫлыҡта Кесе Энәк й. (Бөрө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 501 кеше; 1920 — 550; 1939 — 446; 1959 — 298; 1989 — 247; 2002 — 251; 2010 — 254 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1713 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мариҙар нигеҙ һала. 1865 й. 31 йортта 205 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Шулай уҡ Дмитриев, Шаганаков, Шиғаман исемдәре м‑н билдәле булған. 1906 й. бакалея кибете иҫәпкә алынған. 1939 й. М. (446 кеше) һәм Яңы Митрәй ҡасабаһы (49 кеше) теркәлгән, 50‑се йй. алып улар Митрәй булараҡ бергә иҫәпкә алына. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.