МИРНЫЙ, Благовар р‑нындағы ауыл, Мирный а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 16 км һәм Благовар т. юл ст. Т. табан 32 км алыҫлыҡта Батҡаҡ й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 306 кеше; 1959 — 565; 1989 — 994; 2002 — 1042; 2010 — 1067 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 1934 й. БашЦИК ис. с‑з ойошторолоуға бәйле с‑здың Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына, 70‑се йй. ауыл 1934 й. нигеҙләнгән Мирный ҡасабаһына ҡушыла. 2005 й. хәҙ. статусын ала. 

Р.Ғ.Ҡорбанғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.