МИРЗАҺИТ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Урманай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 42 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 70 км алыҫлыҡта Наратлы й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 212 кеше; 1939 — 280; 1959 — 225; 1989 — 161; 2002 — 115; 2010 — 87 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға 20 б. башында Бәләбәй өйәҙендә Мирзаһит исеме м‑н нигеҙ һалына. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке