АННИНСКИЙ ЗАВОДЫ, 1758 й. граф И.Г.Чернышёв тарафынан Бабка й. (Сылва й. ҡушылдығы) буйында Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Чернышёв, 1770 й. алып ҡаҙна ҡарамағында. 1760 й. эшләй башлай. 18 б. аҙ. 12 баҡыр иретеү мейесе, 1 шплейзофен һәм 2 яндырыу горны була. 1772 й. заводта 225 крепостной һәм 6408 заводҡа беркетелгән крәҫтиән иҫәпләнә. Эшләү дәүерендә 77178 бот саф баҡыр (йылына 400—10400 бот) иретелә. 1789—97 йй. аҡса һуғыу йорто булараҡ эшләй. 1806 й. рудниктар наҡыҫланыу арҡаһында ябыла. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Пермь крайының Аннинский а. урынлашҡан.

Әҙәб.: Павленко Н.И. История металлургии в России XVIII века. Заводы и заводовладельцы. М., 1962.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Г.Р.Ҡунафина

Текст на русском языке