МИРҒӘЗӘМОВ Марат Парис улы (26.2.1942, БАССР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны Ҡариҙел а.), дәүләт эшмәкәре. ӨНИ‑не (1966), КПСС ҮК эргәһендәге Ижт. фәндәр акад. (Мәскәү, 1984) тамамлаған. 1961 й. алып Өфө НЭЗ‑ында, 1973 й. — КПСС‑тың Өфө ҡала ком‑тында эшләй, 1976 й. — Өфө КПСС‑ының Орджоникидзе район ком‑тында секретарь, 1980 й. — КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑тында, 1982 й. — КПСС‑тың Туймазы ҡала ком‑тының 1‑се секретары, 1986 й. — БАССР МС‑ы рәйесе, 1992—98 йй. Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар з‑дының ген. директоры. БАССР ЮС‑ының 11‑се саҡырылыш депутаты. Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (2017).

Ғ.Д.Ирғәлин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке