МИҢЛЕӘХМӘТОВ Нурлы Миңлеәхмәт улы [15.6.1914, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Асҡыш а. (хәҙ. БР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны) — 9.9.1989, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930 й. алып Байҡыбаш р‑нының “Ҡыҙылъяр” к‑зында эшләй (1940 й. башлап рәйес). 1936— 39 йй. һәм 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. алып Төньяҡ-Көнбайыш, Сталинград, Үҙәк һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә Үҙәк фронттың 65‑се армияһы 37‑се гвардия уҡсылар див. 39‑сы айырым сапёр батальонының отделение ком. гвардия старшинаһы М. 1943 й. 12 сент. Украина ССР‑ының Собич а. тирәһендә Десна й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң 1948—51 йй. “Ҡыҙыл Герой” к‑зы рәйесе булып эшләй. Ленин (1944), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән. Ҡариҙел а. урамға М. исеме бирелгән.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Илл.: Н.М.Миңлеәхмәтов

Текст на русском языке