МИҢЛЕҒОЛОВ Шәрип Хәби улы [14.6.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Һыуыҡҡул а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 7.1.2003, Өфө], хәрби эшмәкәр. Полк. (1969). Венгрияла (1956) һәм Чехословакияла (1968) ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашҡан. Тбилиси пехота уч‑щеһын (1948) һәм М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (Мәскәү, 1960) тамамлаған. 1943 й. алып Совет Армияһында. Дек. башлап 28‑се өйрәнсек уҡсылар полкында хеҙмәт итә, 1948 й. — Һауа- десант ғәскәрҙәренең 31‑се гвардия див. 114‑се полкының взвод ком., 1951 й. — рота ком., 1968 й. — 119‑сы гвардия парашют-десант полкы ком. була, 21 авг. Прагала подполк. М. Чехословакия Коммунистар партияһы ҮК‑ның 1‑се секретары А.Дубчекты ҡулға алыуға етәкселек итә. 1969 й. башлап Балтик буйы хәрби округында Һауа-десант ғәскәрҙәре див. ком. урынбаҫары, 1976 й. — ДОСААФ‑тың Башҡ‑н респ. ойошмаһы рәйесе. 1985 й. алып отставкала. Ҡыҙыл Байраҡ (1969), Александр Невский (1956), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1968, 1975) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә М. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 

Е.А.Смирнов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.