МИҢЛЕҒОЛОВ Тәфтизан Таһир улы [29.5.1922, АСБР‑ҙың Бөрйән- Түңгәүер кантоны Күсей а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 29.9.1943, Белорус ССР‑ы Усохи а. янында, Галки а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. апр. алып Сталинград һәм Үҙәк фронттарҙа хеҙмәт итә. Герой исеменә 61‑се армияның 7‑се гвардия кавалерия корпусы Чернигов кавалерия дивизияһы 62‑се гвардия кавалерия полкы миномёт батареяһының расчёт ком. гвардия сержанты М. 1943 й. 29 сент. Усохи янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Баймаҡ ҡ. урамға М. исеме бирелгән, Күсейҙә уға — һәйкәл, ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Илл.: Т.Т.Миңлеғолов

Текст на русском языке