МИҢЛЕБАЕВ Ғүмәр Хажинур улы [22.10.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Урҙайбаш а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 19.11.1999, Геленджик ҡ.], лётчик, майор. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Молотов пилоттар хәрби мәктәбен (Пермь ҡ., 1942), Өфө Юғары партия мәктәбен (1959) һәм Алма-Ата халыҡ хужалығы ин‑тын (1965) тамамлаған. 1941 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. апр. башлап Көньяҡ, 4‑се Украина, 3‑сө, 2‑се, 1‑се Балтик буйы, Ленинград фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 7‑се авиация корпусының 289‑сы штурмлау авиация див. 947‑се штурмлау авиация полкының авиация эскадрильяһы ком. урынбаҫары лейт. М. 1945 й. 23 февр. 120 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1946) Ҡаҙаҡ ССР‑ының партия ойошмаларында, 1959 й. алып “Туймазынефть” НГДУ‑һында (Октябрьский ҡ.) эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1985) орд. м‑н бүләкләнгән. 

Ғ.Һ.Булатов, А.Р.Вәлиуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Портрет: Ғ.Х.Миңлебаев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.