МИҢЕШТЕ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Миәҙәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 19 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 105 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 850 кеше; 1920 — 1073; 1939 — 1115; 1959 — 1067; 1989 — 610; 2002 — 569; 2010 — 561 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, Н.Нәжмиҙең йорт‑музейы бар. Ауылға 18—19 бб. араһында Ҡазан даруғаһы Эске-Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Миңлеште исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. 44 йортта 315 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ 2 мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән, борам м‑н сығыу урыны булған; шөғөлдәр араһында сана табандары һәм ат дуғалары яһау теркәлгән. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә. М.М.Ғафаров, Н.Нәжми ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке