МИНЦЛОВ Сергей Рудольфович (1.1.1870, Рязань ҡ. — 18.12.1933, Рига), яҙыусы, тарихсы, библиограф. 1910—11 йй. Өфө губернаһының Богоявленск округында земство нач. булып хеҙмәт итә. М. Стәрлетамаҡ өйәҙенең тәбиғи һәм тарихи ҡомартҡылары, башҡорттарҙың һәм төбәктә йәшәгән башҡа халыҡтарҙың этнографияһы, фольклоры б‑са тикшеренеүҙәре “Уфимский край”, “Вестник Уфы” (“Өфө хәбәрҙәре”) гәз. баҫыла; ш. уҡ уның тарафынан Крәҫтиәндәр БCDЁҮCШ_БC_һһуғышы (1773—75)__ ителә. Бер нисә әҙәби әҫәр авторы, һирәк осрай торған китаптарҙың библиографик күрһәтмәләрен төҙөүсе һәм нәшер итеүсе. Х е ҙ м.: Редчайшие книги, напечатанные в России на русском языке. СПб., 1904; Очерки Приуралья. Восточная часть Стерлитамакского уезда. Уфа, 1910; Уфа. Дебри жизни. Дневник 1910—15 гг. Уфа, 1992.

Әҙәб.: Д а в л е т б а е в Б.С. Башкирские страницы С.Р.Минцлова //Сохраним выцветшие строки... Уфа, 1988; Р а х и м к у л о в М.Г. Сергей Минцлов о Башкирии. Уфа, 1992. 

Б.С.Дәүләтбаев

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.