МИҢЛЕБАЕВ Евгений Ҡадир улы (8.11.1946, Өфө), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1990), проф. (1991). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (2006). БДУ‑ны тамамлаған (1970), 1974 й. алып шунда уҡ уҡыта. 1975 й. алып БДПИ‑ла: 1980 й. тиклем тарих‑инглиз теле ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 1976—77 йй. һәм 1989—99 йй. Ватан тарихы каф. мөдире. 1993 й. алып Көнсығыш иҡт.‑юридик гуманитар акад. ректоры. Фәнни хеҙмәттәре эшселәр синыфы тарихына, дәүләттең соц. сәйәсәтенә, юғары проф. белем биреү теорияһына, методологияһына һәм уны ойоштороуға арналған. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Социальная политика советского государства. М., 1985 (авторҙ.); Дети Башкортостана: положение, основные направления государственной политики. Уфа, 2001; Основные направления реформы социальной сферы села. Уфа, 2001; Высшая школа в условиях модернизации образования в России. Уфа, 2004; Технология организации электронного обучения по образовательным программам высшего образования. Уфа, 2014 (авторҙ.).

 Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке