АНИЩЕНКО Геннадий Васильевич (15.3.1937, Чимкент ҡ.), балетмейстер. РСФСР‑ҙың (1977) һәм БАССР‑ҙың (1967) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Юғары профсоюз мәҙәниәт мәктәбен тамамлаған (Ленинград, 1976). 1956 й. алып Өфө тимер юл техникумының бейеү коллективы етәксеһе. ӨПЭЗ эргәһендәге Салауат Юлаев ис. бейеү ансамблен (1960—94; 1962 й. алып “халыҡ” исемен йөрөтә), фольклор бейеү ансамблен “Мираҫ” (1991—2001) ойоштороусы һәм уларҙың художество етәксеһе. 1956—76 йй. фольклор экспедицияларында тупланған Башҡортостан халыҡтарының тарихи, көнкүреш һәм уйын бейеүҙәре (“Аулаҡ”, “Ҡоштар тураһында легенда” — “Легенда о птицах”, “Раштыуаға ҡаршы төн” — “Ночь перед Рождеством”, “Полштран баҙары” — “Полштран базар”, “Балдыҙҙар” — “Свояченицы”, “Ауыҙлыҡ м‑н бейеү” — “Танец с трензелями”, “Сатыр янында” — “У шатра” һ.б.) А. ҡуйылышында үҙенсәлек м‑н айырыла, милли колорит м‑н һуғарылған. СССР Халыҡ бейеүҙәре ансамблендә “Салауат вариҫтары” (“Салаватцы”), “Ҡул оҫталары” (“Рукодельницы”; 1960‑сы йй. аҙ.) бейеүҙәрен; Гуцул йыр һәм бейеү ансамблендә “Урыҫ бейеүе”н (“Русский танец”; 1972), Карпат буйы хәрби округының Йыр һәм бейеү ансамблендә “Башҡорт бейеүе”н һәм “Дуҫлыҡ” (“Дружба”; 1973) сюитаһын ҡуя. А. ш. уҡ Урыҫ драма театрында И.Х.Йомағоловтың “Нәркәс” пьесаһы б‑са “Ҡыуылған ҡыҙ” (“Изгнанная”), А.Н.Островскийҙың “Ярлылыҡ оят түгел” (“Бедность не порок”), М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау”; Башҡорт драма театрында З.А.Биишеваның “Нәҙер”; Ҡурсаҡ театрында М.Кәрим пьесаһы б‑са “Диктаторға ат бирегеҙ!”, С.Т.Айытматовтың “Аҡ пароход” (“Белый пароход”) повесы б‑са А.Б.Барановтың ш. уҡ исемле спектаклендә; Ижевск урыҫ драма театрында “Ҡыуылған ҡыҙ” (“Изгнанная”) спектаклендә бейеүҙәр һәм хореографик композициялар ҡуя. Халыҡ-ара, бөтә Союз, Бөтә Рәсәй үҙешмәкәр һәм халыҡ ижады фестивалдәре лауреаты, Ғ.Сәләм ис. пр. (1967), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1970), “Почёт Билдәһе” (1980) орд. м‑н бүләкләнгән.

З.В.Сәйфуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.