МИНЙӘР ЗАВОДЫ, 1771 й. Себер даруғаһының Шайтан-Көҙәй улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Минйәр й. буйында И.Б.Твердышев һәм И.С.Мясников тарафынан тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: 1783 й. алып И.И.Бекетова (ҡара: Бекетовтар), 19 б. 20‑се йй. аҙ. — А.Д.Балашов, 1837 й. — П.А.Балашов, 1845 й. — И.П. һәм Н.П.Балашовтар, 1913 й. — Эҫем АЙ; 1917 й. һуң национализациялана. Эҫем тау округына ҡараған. 1784 й. эшләй башлай: Үрге Эҫем з‑дынан (ҡара: Эҫем заводтары) килтерелгән суйынды эшкәртә. 1797 й. 1 якорь һәм 6 крица горны, 6 крица сүкеше; 1841 й. 10 крица горны, 20 крица сүкеше, 2 һауа өрҙөрөү машинаһы; 1863 й. 10 мейесе (3 газ пудлингылау, утын киптереү, 3 ҡыҙҙырыу, 1 ҡаҙан һәм 2 йәбештереү), вагранкаһы, 7 крица һәм 16 тимерлек горны, пар сүкеше; 19 б. 80‑се йй. башында 13 мейесе (1 иретеү, 5 пудлингылау, 7 йәбештереү); 1885 й. 17 мейесе (9 пудлингылау, 2 ҡыҙҙырыу һәм 6 йәбештереү), 5 прокат станы, 4 тимерлек горны, 3 һыу м‑н эшләүсе сүкеше; 1897 й. 8 пудлингылау мейесе, пар сүкеше, пар машинаһы; 1900 й. 7 пудлингылау һәм 9 йәбештереү мейесе, 8 прокат станы, 1 һыу м‑н эшләүсе һәм 8 пар сүкеше, 2 пар машинаһы, локомобиле була. 1860 йй. төп эштәрҙә — 375, ярҙамсы эштәрҙә 250 кеше эшләй. Макс. етештереүсәнлек — 1611,1 мең бот (1911). 1846 й. заводта крица тимере етештереүҙең контуаз ысулы, 60‑сы йй. пудлингылау индерелә; 20 б. башында т. юл линияһы үткәрелә. Беренсе донъя һуғышы шарттарында завод оборона ихтыяждарына эшләй, Граждандар һуғышы йылдарында туҡтап тора. 1999 й. башлап “Минйәр металл әйберҙәр һәм металлургия заводы” ЯАЙ, хәҙ. бөтөрөлгән. Завод ҡасабаһы урынында Силәбе өлк. Минйәр ҡ. урынлашҡан.

З.И.Гудкова, Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.