МИНДӘК, Учалы р‑нындағы ауыл, Миндәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 75 км һәм Уралтау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 27 км алыҫлыҡта Миндәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 3687 кеше; 1959 — 5334; 1989 — 3013; 2002 — 2949; 2010 — 2282 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). 2 урта мәктәп, балалар баҡсаһы, балалар сәнғәт мәктәбе, участка дауаханаһы, 2 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, 2 клуб, китапхана, 3 мәсет, сиркәү бар. Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Благодатное алтын ятҡылығын үҙләштереүгә бәйле Миндәк руднигы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына (ҡара: Миндәк руднигы). 50—60‑сы йй. М. 18 б. 1‑се ярт. нигеҙләнгән Килмәк а. һәм 1847 й. нигеҙләнгән Рафиҡ а. м‑н ҡушылған. 1938 й. алып эшселәр ҡасабаһы (хәҙ. исемдә), 2005 й. хәҙ. статусын ала. Ә.Ә.Ғәниев, Й.Ш.Ильясов, С.Ә.Низаметдинов ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке