МИНДӘЙ ТӨПӘЕВ (1728—?), Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Поручик (1776). Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Өсбүлә а. (хәҙ. БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) мишәре. Шул уҡ даруғаның баш мишәр старшинаһы. 1767 й. алып Өфө провинцияһының почта комиссары. Стәрлетамаҡ пристаненә Илек тоҙо һәм Ырымбурға иген ташытыу м‑н шөғөлләнгән. 1773 й. сент. Нуғай даруғаһының көньяҡ улустарында баш күтәреүселәргә ҡаршы һуғышыу өсөн башҡ. отрядтары ойоштороп йөрөгән. 1774 й. апр. Өфө—Ырымбур юлында баш күтәреүселәр емергән почта станцияларын тергеҙеү м‑н шөғөлләнгән. Майҙа батша хөкүмәтенең тоғро мишәр старшиналары Аблай Исмаилов, Ишмөхәммәт Сөләймәнов (ҡара: Диваевтар) һәм Мөҡсин Әбдесәләмов м‑н берлектә Ф.Ю.Фрейман етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре ярҙамында Ҡаранай Моратов отрядтарына ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Сент. Өфөнө баш күтәреүселәрҙән обороналау өсөн татар-мишәр отрядтары ойоштора. Властарға Ҡасҡын Һамаров, Ҡәнзәфәр Усаев һ.б. эшмәкәрлеге т‑да хәбәр еткереп торған. 1776 й. нәҫелле дворянлыҡ дәрәжәһе ала, алтын миҙал м‑н бүләкләнә.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.