МИНДЕШ, Салауат р‑нындағы ауыл, Ишембай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 37 км һәм Кропачёво т. юл ст. К. табан 8 км алыҫлыҡта Оло Бәрҙәш й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 280 кеше; 1920 — 340; 1939 — 374; 1959 — 355; 1989 — 284; 2002 — 304; 2010 — 304 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Себер даруғаһы Ҡыр-Көҙәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Миндеш Миңлебаев исеме м‑н аталған. 1770 й. ауылда П.С.Паллас булып киткән. Ауыл эргәһендә 1774 й. Салауат Юлаев әсиргә алынған. 1795 й. 30 йортта 198 кеше йәшәгән, 1865 й. [М. (Дыуан) исеме м‑н иҫәпкә алынған] 45 йортта — 250 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке