МИЛОВКА, Өфө р‑нындағы ауыл, Миловка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 18 км һәм Дим т. юл ст. Т. табан 8 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 110 кеше; 1920 — 780; 1939 — 1619; 1959 — 899; 1989 — 1982; 2002 — 2496; 2010 — 2767 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Миловка уҡытыу-тәжрибә хужалығы урынлашҡан; урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто (2 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы), китапхана бар. Ауылға 18 б. аҙ. Өфө өйәҙендә А.А.Пеутлингтың 1786 й. купчий ҡағыҙы б‑са Т.И.Дубровскаянан һатып алған ерҙәрҙә нигеҙ һалына. 1795 й. алып И.М.Баратаев, 1811 й. — М.Е.Головинский, 1835 й. — В.П.Базилевская, 1900 й. И.А.Чижова (ҡара: Чижовтар) ҡулында була. 1865 й. М. (Михайловка) 58 йортта 436 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Шарап ҡыуыу заводы, пар һәм 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. земство мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ауыл эргәһендә Миловка хазинаһы табылған. 

З.И.Гудкова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке