МИҘӘТ МИНДИЙӘРОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһының Дыуан улусы Миҙәт а. (хәҙ. БР‑ҙың Балаҡатай р‑ны Яңыбай а.) башҡорто. 1774 й. 3 һәм 5 июнендә М.М. отряды Салауат Юлаев ғәскәре составында Себер даруғаһының Үрге Ҡыйғы һәм Ураҙмәт аа. янында И.И.Михельсон етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.