МИҘӘТ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Майғаҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 27 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 63 км алыҫлыҡта Оло Ыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 269 кеше; 1959 — 456; 1989 — 280; 2002 — 263; 2010 — 192 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Алағуз с‑зы ойошторолғандан һуң, Миҙәт фермаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 2007 й. хәҙ. исемен һәм статусын ала. 

 

Х.Ғ.Байморатова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке