МИӘШӘГӘР, Салауат р‑нындағы ауыл, Миәшәгәр а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 39 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 62 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 792 кеше; 1920 — 841; 1939 — 879; 1959 — 780; 1989 — 585; 2002 — 605; 2010 — 534 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер- акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. 1750 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә — мишәрҙәр М. ауылына, типтәрҙәр Гришкин ауылына (тәүге төпләнеү‑ се исеме м‑н аталған, уның улы Әҙегәр Гришкин билдәле) нигеҙ һа‑ ла. 19 б. уртаһынан ике ауыл М. исеме м‑н бергә иҫәпкә алына. 1795 й. 14 йортта 89 кеше йәшәгән, 1865 й. 55 йортта — 312 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, бакалея һәм мануфактура кибете теркәлгән. 

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке