МИӘКӘТАМАҠ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Кожай‑Семёновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 19 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 24 км алыҫлыҡта Миәкә й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 631 кеше; 1920 — 895; 1939 — 988; 1959 — 924; 1989 — 681; 2002 — 745; 2010 — 675 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға 1752 й. купчий ҡағыҙы б‑са Р.Уразлин һатып алған Нуғай даруғаһы Илекәй‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә хеҙмәтле татарҙар нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. 1795 й. 18 йортта 99 кеше йәшәгән, 1865 й. 46 йортта — 299 кеше. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ мөгәзәй теркәлгән. 

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.