МИӘҘӘК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Миәҙәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 15 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 115 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 524 кеше; 1920 — 642; 1939 — 849; 1959 — 757; 1989 — 600; 2002 — 570; 2010 — 602 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто (“Шонанпыл” мари халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар. Ауылға Ҡазан даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала, 1757 й. алып билдәле. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында ауыл яндырыла, һуңынан тергеҙелә. 1795 й. 88 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 42 йортта 236 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ 2 бакалея кибете теркәлгән. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.