МИӘҘЕК, Бөрө р‑нындағы ауыл, Миәҙек а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 31 км һәм Өфө т. юл ст. Т‑Көнб. табан 60 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 570 кеше; 1920 — 710; 1939 — 573; 1959 — 303; 1989 — 216; 2002 — 261; 2010 — 252 кеше. Урыҫтар, мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Шалҡан урта мәктәбе филиалы), фельдшер- акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға Бөрө өйәҙендә урыҫ крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1865 й. 59 йортта 406 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Училище булған. 1906 й. сиркәү, 3 ел тирмәне, шарап, һыра һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Г.С.Максимов, Е.П.Нечаев ошо ауылда тыуған. 

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.