МӘХМҮТОВ Шәрәфетдин Йәләлетдин улы (1853, Ырымбур губ. Өфө өйәҙе — ?), Өфө губернаһынан 3‑сө Дәүләт думаһы (1907—12) депутаты. Мулла ғаиләһенән. Стәрлебаш мәҙрәсәһен (1872), Өфө татар уҡытыусылар мәктәбен (1876) тамамлаған. 1876 й. алып — Стәрлебаш, 1902 й. — Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә уҡытыусы. Думала дәүләт килемдәре һәм сығымдары исемлеген үтәү, халыҡ мәғарифы, эш мәсьәләләре комиссиялары ағзаһы. Дәүләт думаһының мосолман фракцияһында торған. 1911 й. мартында дәүләт оборонаһы комиссияһына мәҙрәсә тамамлаусылар өсөн хәрби хеҙмәт ваҡытын кәметеү һәм мосолман руханиҙарын хәрби кампанияларға мобилизациялауҙан азат итеү т‑да тәҡдим индерә.

Л.Ә.Ямаева

Тәрж. М.Х.Хужин

Илл.: Ш.Й.Мәхмүтов

Текст на русском языке