МӘХМҮТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Хәлил а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 27 км һәм Әлмөхәмәт т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 17 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 377 кеше; 1920 — 462; 1939 — 309; 1959 — 314; 1989 — 465; 2002 — 558; 2010 — 584 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар. Ауылға Верхнеурал өйәҙе Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе тархан Мәхмүтбай Ейәнғолов исеме м‑н аталған. 1795 й. 58 йортта 231 кеше йәшәгән, 1866 й. 80 йортта — 420 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет, һыу тирмәне теркәлгән. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке