МӘХМҮТ, Салауат р‑нындағы ауыл, Арҡауыл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 38 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 68 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 515 кеше; 1920 — 556; 1939 — 336; 1959 — 225; 1989 — 111; 2002 — 115; 2010 — 100 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға 18 б. аҙ. Өфө өйәҙе Мырҙалар улусы Монай а. (хәҙ. Арҡауыл а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Мәхмүт Байбулатов исеме м‑н аталған. 1795 й. 6 йортта 29 кеше йәшәгән, 1865 й. 50 йортта — 277 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән. Байыҡ Айҙар, Ф.Х.Харисов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке