МӘХМҮТ, Белорет р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 55 км һәм Белорет т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 375 кеше; 1920 — 462; 1939 — 257; 1959 — 234; 1989 — 265; 2002 — 340; 2010 — 264 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. М. (Исҡахмүт) 26 йортта 116 кеше йәшәгән, 1866 й. 40 йортта — 259 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке