МӘТИНОВ Шаһишәриф Миҙәтғәли улы [1856, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Назар а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 1919], Ырымбур губернаһынан 1‑се Дәүләт думаһы (1906) депутаты (Дәүләт думаһының мосолман фракцияһы). Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Ырымбур ҡ. мосолман халыҡ партияһы ағзаһы (1906). Ҡазанда мәҙрәсә тамамлаған. 1880 й. алып Ырымбур губ. Орск өйәҙе Мостай а. имам-хатип, 1890 й. — ахун, 1910 й. — ш. уҡ өйәҙҙең земство башҡармаһында дин һәм мәктәптәр бүлеге мөдире. 1917 й. дек. башлап Бөрйән-Түңгәүер кантоны башҡармаһы рәйесе. 1918 й. февр. большевиктар тарафынан ҡулға алынып, һаҡ аҫтында була (ҡара: Баймаҡта Башҡорт хөкүмәте ағзаларын атыу). Ырымбурҙың почётлы гражданы.

Ғ.Д.Ирғәлин

Тәрж. М.Х.Хужин

Портрет: Ш.М.Мәтинов

Текст на русском языке