АНИЩЕНКО Валерий Алексеевич (24.10.1946, Александрия ҡ.), педагог. Пед. ф. д‑ры (2007), проф. (2009). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1998), БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (2006), РФ күмер сәнәғәтенең почётлы хеҙм-ре (1995). Мәскәү тау ин‑тын тамамлаған (1971). 1973 й. алып Күмертау тау колледжында эшләй (өҙөклөк м‑н): бүлек мөдире, 1976 й. алып уҡыу-уҡытыу эштәре б‑са дир. урынбаҫары, 1990 й. — директор. 1983 й. алып “Башкируголь” ПБ‑нда: партия ком‑ты секретары, 1988 й. башлап эшселәрҙе тәьмин итеү б‑са директор. 2003 й. алып Ырымбур ун‑тының Күмертау филиалы директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре белем биреү системаларын пед. проектлау, буласаҡ белгестәрҙең проф. компетентлығын формалаштырыу проблемаларына арналған. 60-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Педагогические условия управления творческой инновационной деятельностью вуза. Оренбург, 2002.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018