МӘТӘҮТАМАҠ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ҡарамалы-Ғөбәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 45 км һәм Ҡандра т. юл ст. К. табан 42 км алыҫлыҡта Мәтәү й. (Өҫән й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1310 кеше; 1920 — 1237; 1939 — 974; 1959 — 839; 1989 — 416; 2002 — 433; 2010— 457 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡарамалы-Ғөбәй урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсет бар. Ауылға 1741 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. 1769 й. бында ш. уҡ шарттарҙа яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) килеп ултыра. Исеме гидронимдан алынған. 1795 й. 25 йортта 164 кеше йәшәгән, 1865 й. 140 йортта — 661 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ һыу тирмәне, күн з‑ды, бакалея кибете теркәлгән. М.Ғ.Миңлеғәзимов ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке