МӘТӘҮЛЕ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Заимка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 111 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) 186 км алыҫлыҡта Өфө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 91 кеше; 1959 — 430; 1989 — 170; 2002 — 103; 2010 — 101 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Ауылға 20 б. 20‑се йй. Мәсәғүт кантонында утар булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. 6 йорт теркәлгән. 30‑сы йй. алып ҡасаба булараҡ иҫәпкә алынған, 2005 й. хәҙ. статусын ала. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке