МӘТӘЛЕ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Мәтәле а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 75 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) 150 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2422 кеше; 1920 — 2995; 1939 — 1512; 1959 — 1265; 1989 — 1067; 2002 — 1080; 2010 — 1080 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, оло йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы стационар соц. хеҙмәтләндереү бүлеге, мәҙәниәт йорто (“Гармошка” урыҫ халыҡ инструменттары ансамбле), китапхана, сиркәү бар. Ауылға Троицк өйәҙе Ҡошсо улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе (1793 й. рәсмиләштерелгән) б‑са Красноуфимск өйәҙенән килгән дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1795 й., 1797 й., 1801 й., 1802 й., 1819 й., 1825 й. бында ш. уҡ шарттарҙа крәҫтиәндәрҙең яңы төркөмдәре килеп ултыра. 1795 й. 113 йортта 598 кеше йәшәгән, 1865 й. 230 йортта — 1463 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ, таҡта бысыу м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, училище, тире иләү һәм 2 буяу з‑ды, 3 һыу тирмәне, шарап, 3 мануфактура һәм 5 бакалея кибете, мөгәзәй, пристань булған. 1906 й. ш. уҡ ел тирмәне, 12 тимерлек теркәлгән, йәрминкәләр үткәрелгән.

Н.И.Черепанова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке