МӘСКӘҮ, Учалы р‑нындағы ауыл, Наурыҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 69 км һәм Учалы т. юл ст. 79 км алыҫлыҡта Урал й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 495 кеше; 1920 — 648; 1939 — 384; 1959 — 372; 1989 — 388; 2002 — 470; 2010 — 409 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар. Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Теләү улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыу ваҡытында яндырылған, һуңынан тергеҙелгән. 1795 й. 46 йортта 285 кеше йәшәгән, 1866 й. 119 йортта — 598 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған; улус идараһы урынлашҡан. Элекке мәсет бинаһы — 20 б. башы архитектура ҡомартҡыһы

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке