МӘСКӘҮ, ауыл, 1946 й. алып Октябрьский ҡ. эсендә. Ауылға 18 б. уртаһында Ҡазан даруғаһы Байлар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Мәскәү (тәүге төпләнеүсе улус старшинаһы Мәскәү Дәүләтҡолов исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Таубаш булараҡ теркәлгән. 1790 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар, 1799 й. яһаҡлы татарҙарҙың яңы төркөмдәре һәм керҙәш башҡорттар килеп ултырған. 1795 й. 11 йортта 64 кеше йәшәгән, 1865 й. 29 йортта — 138 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, балта эше м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй булған. Халҡы: 1906 й. — 355 кеше; 1920 — 288; 1939 — 312 кеше. 1946 й. Туймазы р‑нының Япрыҡ а/с ҡараған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке